18 – Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?
Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло, Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан. Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың.
«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!
Шунан Сидкияһ батшаға: – Һиңә, ярандарыңа һәм был халыҡҡа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым мин? Ни өсөн мине зинданға ултырттығыҙ? – тине. –
– Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.
Ғайса уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.
Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ?
– Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит.
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.