44 Шаул иһә ҡыҙы Михәлде, Дауыттың ҡатынын, сығышы менән Галлимдан булған Лаиш улы Палтиға кейәүгә биргәйне.
Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты.
Иш-Бошеҫ Михәлде ире Лаиш улы Палтиилдан тартып алып килергә кешеләр ебәрҙе.
Галлим ҡыҙы, үкереп ила! Лайша халҡы, уны тыңла! Яуап ҡайтар уға, Ғанаҫоҫ!
Дауытты Шаулдың Михәл тигән ҡыҙы ярата ине. Был хаҡта батшаға еткергәс, ул бик ҡәнәғәт булды.
Дауыт кешеләре менән барып ике йөҙ пелештиҙең йәнен ҡыйҙы. Батшаның кейәүе булыр өсөн, ул үлтерелгән пелештиҙәрҙең сөннәт тиреләрен теүәл генә итеп Шаулға алып килде. Шаул уға ҡыҙы Михәлде ҡатынлыҡҡа бирҙе.