40 Хеҙмәтселәре Кармәлгә Авигаилгә килеп: – Дауыт һиңә өйләнергә теләй, беҙҙе һине һоратырға ебәрҙе, – тине.
Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә.
Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр, аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр.
Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.
Авигаил тороп йөҙтүбән ергә ҡапланды: – Мин ҡолоң хакимымдың хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуырға ла әҙер, – тип яуапланы.