36 Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне.
Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
Авнер егерме кеше менән Хевронға килгәс, Дауыт улар хөрмәтенә мәжлес ойошторҙо.
Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине.
Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.
Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ.
Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк.
Аһ Әфраим эскеселәренең ғорур тажы, Ана инде аяҡ аҫтында тапала!
Иртә таңдан хәмер эҙләп, Төнгә тиклем шарап эсеп, Ҡыҙмаса йөрөгәндәрҙең башына ҡайғы!
«Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.
Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Ғайса Үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәште: – Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр.
Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.
Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.
ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.
Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ.
Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне.
Әммә икенсе көндө иртән, Навал айнығас, Авигаил уға бөтә был хәлдәрҙе һөйләп бирҙе. Навалдың йөрәге туҡтай яҙҙы, үҙе таш булып ҡатты.