Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 25:34 - Изге Яҙма

34 Мине һиңә ҡарата яуызлыҡ эшләүҙән тыйған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит! Әгәр ашығып ҡаршыма сыҡмаһаң, таң һарыһына тиклем Навалдың ир енесенән булған бер генә кешеһен дә ҡалдырмаҫ инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 25:34
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.


Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе.


Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты.


Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы.


Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.


Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ