30 Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас,
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең.
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –
– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.
Инде беләм: һин мотлаҡ батша буласаҡһың һәм Исраил батшалығы, һинең ҡулыңа күскәс, көсәйәсәк.
хакимымдың, үҙем өсөн үс алып, юҡҡа ҡан түктем, тип үкенергә йәки выждан ғазабына тарырға сәбәбе булмаясаҡ.