29 Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.
Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ.
Илтифат ит, яуап ҡайтар, зинһар. Хәсрәт сорнап алды, ҡайғыларға баттым
Раббы былай ти: «Мин был юлы ошо ерҙә йәшәүселәрҙе Һапҡы менән алып бырғайым. Уларға бәлә килтерәм, тойһондар, Дошмандары уларҙы тотоп алһын».
– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.
Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.
Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.
Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.
Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.
Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.
Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел.