25 Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.
Шуның өсөн дә хакимым батша, улдарымдың барыһы ла үлгән икән, тип хафаланмаһын – бары Амнон ғына вафат, – тине.
Тәҡүә әҙәм ярлының дәғүәһен ентекләп тикшерер, залим ул турала уйлап та бирмәҫ.
Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.
Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.
Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ.
Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә.
Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.