20 Авигаил, ишәгенә атланып, тарлауыҡҡа төшә ине, ҡараһа, ҡаршыһына кешеләре менән Дауыт килә.
Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.
Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне.
Дауыт: «Сүлдә саҡта был бәндәнең малдарын бушҡа ғына һаҡлағанмын. Бер нәмәһе лә юғалманы, ә ул яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙе.