2 Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.
Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.
Ул байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде.
Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды.
ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,
Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды.
Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.
Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы.
ул да булһа, батша булған ҡолдо, күбенгәнсе ашаған алйотто,
Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта,
Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.
Шунан тегеләр, юлға ҡуҙғалып, Шаулдан алда Зифҡа ҡайтты. Ул осорҙа Дауыт үҙенең кешеләре менән Ғарава тигеҙлегенең Йешимондан көньяҡта булған өлөшөндә, Мағон сүлендә ине.
Дауыттың ике ҡатыны: Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәлдән Навалдың элекке ҡатыны Авигаил дә әсирлеккә алынғайны.