11 Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер?
Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме?
билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ;
Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
«Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама.
Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.
Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ.
Әммә Суккоҫ түрәләре: – Һинең ғәскәреңде нимә тип ашатайыҡ беҙ? Ә һин Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрҙөңмө әле? – тип яуап ҡайтарҙы.
Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе.
Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен.
Дауыттың егеттәре килгән юлдарынан кире китте һәм Навалдың һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Дауытҡа еткерҙе.
Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине.
Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы.