8 Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте.
Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:
Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине.
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.
барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.
Юлдаштарына: – Хакимыма, Раббы мәсехләгән кешегә, башҡаса былай эшләүҙән, уға ҡаршы ҡул күтәреүҙән Раббы һаҡлаһын, – тине, – сөнки ул – Раббының мәсихе.
Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Шаул, Дауыттың тауышын сырамытып: – Дауыт улым, был һинең тауышың түгелме? – тип һораны. – Минеке, батша хакимым, – тип яуап бирҙе Дауыт.
– Ҡиәфәте ниндәй? – тип һораны Шаул. Ҡатын: – Оҙон сапанға төрөнгән өлкән бер кеше өҫкә сығып килә, – тине. Шаул уның Шемуил икәнен аңланы ла йөҙтүбән ергә ҡапланды.