4 Юл буйында бер мал аҙбары булып, уның янында мәмерйә бар ине. Шаул хәжәтен үтәү өсөн шунда инде. Дауыт үҙенең ярандары менән мәмерйәнең төп яғында ултыра ине.
Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.
Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы?
Дауыттың мәҙхиәһе. Доғамды ишет, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал! Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар!
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.
Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала.
Дауыт, бынан китеп, Ғадуллам мәмерйәһендә йәшенде. Был хаҡта ишеткән ағалары, атаһы йортондағылар уның янына килде.
– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.
Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.
– Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. –
Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.