3 Шаул бөтә Исраилдан өс мең һайланма яугир йыйып алып, тау кәзәләре генә йәшәй торған ҡаялар араһынан Дауыт менән уның кешеләрен эҙләргә сыҡты.
Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәк.
Ул сығып киткәс, Ғәғлондың хеҙмәтселәре килеп ҡараһалар, өҫкө ҡаттағы бүлмәнең ишеге бикле. – Күрәһең, үҙ хәжәте менән һалҡын бүлмәлә ултыра торғандыр, – тиеште хеҙмәтселәр.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө.
Шаул Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында, юл буйында туплам ҡорҙо. Сүлдә йөрөгән Дауыт, Шаулдың үҙе артынан төшкәнен аңлап,