2 Пелештиҙәрҙе ҡыуалап ҡайтҡандан һуң, Шаулға Дауыттың Ғейн-Геди янындағы сүлдә йәшенеп ятҡанын хәбәр иттеләр.
Ул былай тине: «Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым.
Тау кәзәләренең ҡасан бәрәсләргә тейешлеген беләһеңме? Боландарҙың быҙаулағанын күҙәткәнең бармы?
Аяҡтарына уның бығау һалдылар, Муйынына тимер ҡоршау кейҙерҙеләр.
Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәк.
Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар.
Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө.