19 Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең.
Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.
Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.
– Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине.
Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. –
Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.
– Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.