13 Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен.
– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.
Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.
Кешеләр һинең хаҡта һөйләгәндә „әсәһе ниндәй булһа, ҡыҙы ла шундай“ тигән мәҡәлде иҫенә төшөрәсәк.
Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға.
Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.
Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!»