Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 24:11 - Изге Яҙма

11 Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 24:11
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт.


Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.


Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.


Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло, Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан. Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың.


Эй Алла, ташланың беҙҙе, тар-мар иттең, Беҙгә асыуландың! Инде беҙҙе элекке хәлебеҙгә кире ҡайтар!


Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам –


Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр.


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Кешеләрҙең йәнен аулар өсөн һәр кемгә сихырлап беләҙек бәйҙәре теккән, баштарына төрлө оҙонлоҡтағы япмалар яһаған ҡатындарға ҡайғы! Йәндәрҙе аулап, үҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарырға йыйынаһығыҙмы ни?


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Мине һис бер юҡҡа күрә алманы» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.


Дауыт кешеләре менән барып ике йөҙ пелештиҙең йәнен ҡыйҙы. Батшаның кейәүе булыр өсөн, ул үлтерелгән пелештиҙәрҙең сөннәт тиреләрен теүәл генә итеп Шаулға алып килде. Шаул уға ҡыҙы Михәлде ҡатынлыҡҡа бирҙе.


Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.


Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын.


Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.


– Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?


Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!


Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ