Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 23:9 - Изге Яҙма

9 Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 23:9
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Был хаҡта белеп ҡалғандан һуң, илселәр Лукауния өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Лустра, Дербе ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә


Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды.


Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.


Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.


Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.


Дауыт Раббыға: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Мин ҡолоң ишеттем: Шаул Ҡығилаға килеп, минең арҡамда ҡаланы тар-мар итергә теләй.


Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.


Шаул, Дауытты һәм уның кешеләрен Ҡығилаға барып ҡамауға алыр өсөн бөтә ғәскәрен яуға саҡырҙы.


Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ