7 Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Әйҙә, фирғәүен, Исраил халҡы аҙашып йөрөй икән, юлдарын сүл быуған, тип уйлаһын.
„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“
Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне.
Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.
Шаул, Дауытты һәм уның кешеләрен Ҡығилаға барып ҡамауға алыр өсөн бөтә ғәскәрен яуға саҡырҙы.