Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 23:6 - Изге Яҙма

6 Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 23:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептәргә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын ептәр ҡушып, оҫта итеп эшләһендәр.


Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.


Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.


Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте.


Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.


Дауыт үҙенең кешеләре менән Ҡығилаға килде, пелештиҙәр менән һуғышты, уларҙың малдарын ҡыуып алып китте. Пелештиҙәрҙе аяуһыҙ ҡыйратып, Ҡығила халҡын ҡотҡарҙы.


Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине.


Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты.


Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ