5 Дауыт үҙенең кешеләре менән Ҡығилаға килде, пелештиҙәр менән һуғышты, уларҙың малдарын ҡыуып алып китте. Пелештиҙәрҙе аяуһыҙ ҡыйратып, Ҡығила халҡын ҡотҡарҙы.
Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.
Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды.
Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне.