4 Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы.
Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр.
Дауыт Алланан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һорай. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтара.
ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр.
Гидғон Аллаға йәнә былай тине: – Миңә асыуланма инде, тағы бер генә нәмә һорарға рөхсәт ит. Йөн менән тағы бер һынау үткәрәйем: тотош ер өҫтөнә ысыҡ төшөп, йөн генә ҡоро ҡалһын.
Раббы Гидғонға былай тине: – Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын.
Шул төндө Раббы Гидғонға: – Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. –
Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.
Әммә кешеләре Дауытҡа: – Беҙ хатта бында, Йәһүҙәлә лә, ҡурҡабыҙ. Нисек Ҡығилаға пелешти ғәскәренә ҡаршы һуғышырға барырға баҙнат итәйек? – тиеште.
Дауыт үҙенең кешеләре менән Ҡығилаға килде, пелештиҙәр менән һуғышты, уларҙың малдарын ҡыуып алып китте. Пелештиҙәрҙе аяуһыҙ ҡыйратып, Ҡығила халҡын ҡотҡарҙы.
Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.
Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.