3 Әммә кешеләре Дауытҡа: – Беҙ хатта бында, Йәһүҙәлә лә, ҡурҡабыҙ. Нисек Ҡығилаға пелешти ғәскәренә ҡаршы һуғышырға барырға баҙнат итәйек? – тиеште.
Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
«Йәйәүлеләр менән ярышып хәлдән таяһың икән, Аттар менән нисек ярышырһың? Тыныс илдә һөрлөгөп ятаһың икән, Иордан буйындағы шырлыҡтарҙы нисек үтерһең?
Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте.
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.
Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын.
Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа.
Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.