28 Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар.
Шаул үҙенең кешеләре менән уны эҙләргә сыҡты. Әммә Дауытҡа был турала хәбәр иттеләр һәм ул Мағон сүлендәге ҡаялыҡҡа йәшенде. Шаул, был турала ишетеп, шунда Дауытты баҫтырып китте.
Шул саҡ бер сапҡын килеп Шаулға: – Ҡайта һал! Илгә пелештиҙәр һөжүм итте, – тип хәбәр һалды.
Дауыт, ул яҡтарҙан китеп, Ғейн-Гедиҙә һыйыныс тапты.
Пелештиҙәрҙе ҡыуалап ҡайтҡандан һуң, Шаулға Дауыттың Ғейн-Геди янындағы сүлдә йәшенеп ятҡанын хәбәр иттеләр.