25 Шаул үҙенең кешеләре менән уны эҙләргә сыҡты. Әммә Дауытҡа был турала хәбәр иттеләр һәм ул Мағон сүлендәге ҡаялыҡҡа йәшенде. Шаул, был турала ишетеп, шунда Дауытты баҫтырып китте.
Ул былай тине: «Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым.
Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы.
Шунан тегеләр, юлға ҡуҙғалып, Шаулдан алда Зифҡа ҡайтты. Ул осорҙа Дауыт үҙенең кешеләре менән Ғарава тигеҙлегенең Йешимондан көньяҡта булған өлөшөндә, Мағон сүлендә ине.
Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа.
Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар.