11 Ҡығила халҡы мине уның ҡулына тотоп бирерме? Ҡолоң ишеткәнсә, Шаул бында килерме? Эй Исраил Аллаһы Раббы, ҡолоңа белдерһәңсе! – тип мөрәжәғәт итте. – Килер, – тип яуап бирҙе Раббы.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Миңә Раббы Үҙе асып бирҙе, шуға беләм: Ул миңә дошмандарымдың яуыз эштәрен күрһәтте.
«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».
Дауыт Раббыға: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Мин ҡолоң ишеттем: Шаул Ҡығилаға килеп, минең арҡамда ҡаланы тар-мар итергә теләй.
– Ҡығила халҡы кешеләрем менән мине Шаул ҡулына тотоп бирерме? – тип һораны Дауыт. – Бирер, – тине Раббы.