Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 23:1 - Изге Яҙма

1 Дауытҡа: «Пелештиҙәр Ҡығила ҡалаһына һөжүм итте. Ырҙындарҙы талайҙар», – тигән хәбәр килтерҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 23:1
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.


Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.


Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине.


сатырҙар ҡороп урынлашып ала, Газа ҡалаһына тиклем бөтә уңышты юҡ итә, исраилдарға ашарға ризыҡ та, эре мал менән ваҡ мал да, ишәк тә ҡалдырмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ