6 Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора.
Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.
Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды.
Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды.
Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы.
Ә һөйәктәрен йыйып алып Явештағы тамариск ағасы төбөнә ерләнеләр һәм ете көн ураҙа тоттолар.