18 Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.
Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.
Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.
Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма, йортон уның туҙҙыраһы булма:
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.
Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.
Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.
Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».