10 Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.
Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде.
Шаул батша Ахитув улы Ахимәләх ҡаһинды, уның зат-зәүерен, Новтағы барса ҡаһиндарҙы саҡырырға кешеләр ебәрҙе. Улар барыһы ла батша янына килде.
– Ни өсөн Ишай улы менән миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? – тине Шаул. – Һин уға икмәк, ҡылыс биргәнһең, уның өсөн һорап Аллаға мөрәжәғәт иткәнһең. Ана хәҙер Дауыт миңә ҡаршы баш күтәреп, миңә тоҙаҡ ҡороп йөрөй.
Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.
– Ҡығила халҡы кешеләрем менән мине Шаул ҡулына тотоп бирерме? – тип һораны Дауыт. – Бирер, – тине Раббы.
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.
Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы.
Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы.