7 Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.
әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек тип исем бирҙеләр.
Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була.
ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр.
Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын.
Әммә балаһыҙ килеш тол ҡалып йәки иренән айырылып атаһы йортона кире ҡайтҡан ҡаһин ҡыҙы үҫмер сағындағы һымаҡ атаһының ризығын ашар. Ә сит кешеләрҙән бер кем дә ашамаһын.
Иң яҡшы ондан ун ике икмәк бешер. Һәр икмәккә эфаның ундан ике өлөшө күләмендә он тотонолһон.
Был икмәк Исраил халҡынан, мәңгелек килешеүҙе үтәү өсөн, Раббы хозурына һәр шәмбе һайын һалынырға тейеш.
«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.
«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.
Был ваҡытта Шаул үгеҙҙәрен ҡыуып баҫыуҙан ҡайтып килә ине. – Халыҡҡа ни булған? Ниңә илашалар? – тип һораны ул. Уға Явеш кешеләре ебәргән хәбәрҙе һөйләп бирҙеләр.
Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.
– Ҡул аҫтыңда һөңгөмө, ҡылысмы юҡмы? Батшаның йомошо ашығыс булғанлыҡтан, ҡылыс та, башҡа ҡорал да алып өлгөрмәнем, – тине Дауыт Ахимәләхкә.
Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.
Дауыт уға: – Теге көндө үк унда булған Эдом кешеһе Доегтың Шаулға мотлаҡ хәбәр итәсәген дә белгәйнем. Атаң йортондағы бөтә кешеләрҙең үлемендә мин ғәйепле.
Шаулдың ярандары араһында торған Эдом кешеһе Доег: – Ишай улы Дауыттың Нов ҡалаһына Ахитув улы Ахимәләх ҡаһин янына килгәнен күрҙем, – тине. –