1 Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны.
Ғанаҫоҫта, Новта, Ғананияһта,
Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ, Сион тауына, Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ.
Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән.
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.
Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.
Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте.