42 – Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.
Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем.
Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!»
Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине.
Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.
– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.
хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә!
Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине.
Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте.
Шунан Дауыт Авигаил килтергән ашамлыҡтарҙы алды ла: – Иҫән-аман өйөңә ҡайт. Әйткәндәреңде тыңлап, теләгеңде үтәнем, – тине.