32 – Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.
Яҡуп, бик ныҡ асыуланып, Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?
Тиҙ асыуланған менән аралашма, ҡыҙыу бәндә менән юлдаш булма.
Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай.
Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.
Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?
– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар.
Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине.
– Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.
Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды.
Йонаҫан атаһы Шаулға Дауыт тураһында һәйбәт итеп һөйләне: – Батша үҙенең ҡоло Дауытҡа ҡарата гонаһ ҡылмаһын, сөнки уның һиңә бер яманлыҡ та ҡылғаны юҡ. Дауыт һәр бер эше менән һиңә ҙур файҙа килтерә, – тине. –
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Әгәр ҙә ул «ярар» тиһә, тимәк, мин ҡолоңа ҡурҡыныс янамай. Ә инде асыуы тоҡанһа, бел, ул миңә яуызлыҡ эшләргә ниәтләй.
Ахимәләх батшаға: – Бөтөн ярандарың араһында һиңә Дауыт кеүек тоғро, бирелгән берәйһе бармы? – тип яуап ҡайтарҙы. – Дауыт һинең кейәүең, һаҡсыларыңдың башлығы, өйөңдә хөрмәтле.