Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 20:29 - Изге Яҙма

29 «Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 20:29
4 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –


Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.


Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –


Шаулдың Йонаҫанға ҡаршы асыуы ҡупты. – Һин йүнһеҙ, тиҫкәре әсәңдең балаһы! Ишай улы менән дуҫлашҡаныңды белмәй йөрөйөммө ни мин? Был ҡылығың менән үҙеңде һәм һине тапҡан әсәңде оятҡа ҡалдырҙың бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ