28 Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. –
Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.
«Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне.
Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең.