26 Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.
Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр.
Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын.
Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.
Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.
Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр.
Ялан-ҡырҙа ҡылыстан үткәрелгән йәки үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә, кеше һөйәгенә йәки ҡәбергә ҡағылған һәр кем ете көн нәжес булыр.
– Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.
Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны.