23 Ә үҙ-ара килешеүебеҙгә килгәндә инде, Раббы һинең менән минең арала мәңге шаһит булһын.
– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.
Уны тағы Миспа тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәне: – Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон.
Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.
Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.
Дауыт ҡырға китеп йәшенде. Яңы ай тыуғас, батша килеп байрам табынына ултырҙы.
– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.