22 Ә инде малайға: «Ана бит, уҡтар алдыңда ята», – тиһәм, китерһең. Тимәк, Раббы һине ебәрә.
Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ.
Малай уҡ төшкән ергә барып етеп килгән саҡта, Йонаҫан уның артынан: – Ана ҡара, уҡ алдыңда ята, – тип ҡысҡырҙы.
– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.