2 – Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!
Ағай-эне быға яуап итеп: – Ниңә улай тиһең, хакимым? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек.
Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр.
Ҡараҡты дуҫ иткән – үҙенә үҙе дошман; шаһиттарҙы саҡырғанда өндәшмәй ҡалыр.
Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.
Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр.
Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.
Әйткән һүҙҙәреңде Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.
Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».
Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ.
Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Йонаҫан былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен.
Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.
Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне: