12 Йонаҫан былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен.
Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне.
Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй, Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни?
Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!
Кеше башындағы уй-ниәттәр – тәрән йылға, аҡыллы кеше унан һоҫоп-һоҫоп алыр.
– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын.
– Әйҙә, ҡырға сығайыҡ, – тине Йонаҫан. Икәүләп яланға киттеләр.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.
Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте.