11 – Әйҙә, ҡырға сығайыҡ, – тине Йонаҫан. Икәүләп яланға киттеләр.
– Әгәр атайың һиңә асыулы яуап бирһә, кем миңә хәбәр итер? – тип һораны Дауыт.
Йонаҫан былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен.