1 Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Илтифат ит, яуап ҡайтар, зинһар. Хәсрәт сорнап алды, ҡайғыларға баттым
Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.
Һөйөклөләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла ҡаршыһына тулы ышаныс менән баҫа алабыҙ.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.
Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр.
– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!
– Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.
Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.
Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең.
Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе.
Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды.
– Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым?