Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 2:7 - Изге Яҙма

7 Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 2:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем.


Байлыҡ та, дан да Һинән килә, Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең, Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт, Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү – Һинең ихтыярыңда.


Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;


Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә.


Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»


Ҡойроғо кедр ағасы кеүек, Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән.


Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға.


Беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап сара күрмәҫ, Енәйәттәребеҙҙең ҡоһорон ҡайтармаҫ.


Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.


Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?


Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан.


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


«Ҡара, һине ҡәүемдәр араһында иң меҫкене итәм, Әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырам.


Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».


Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ