4 Көслөләрҙең йәйәләре һыныр, Көсһөҙ иһә ғәйрәт менән билен быуыр.
Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә, Бер һаңғырауға әйләндем.
Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».
Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.
Хәсрәт көнөмдә бөйөк Хакимымды эҙләйем, Йәнемә йыуаныс таба алмай, Төндәр буйы арымай-талмай, Уға ҡулдарымды һонамын.
Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.
Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.
Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».
Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.
Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам.
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.
ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.