36 Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».
Сөләймән Әвйәҫәрҙе Раббының ҡаһины булыу хоҡуғынан мәхрүм итте. Шул рәүешле Раббының Шилола Ғәли нәҫеленә ҡарата әйткән һүҙҙәре бойомға ашты.
Табыныу ҡалҡыулыҡтарының ҡаһиндарына Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорбан усағында ҡорбан ғәмәлен башҡарырға рөхсәт ителмәй, ләкин бүтән ҡаһиндар менән бергә сөсө икмәк ашарға ярай ине.
Ямандар – яҡшылар ҡаршыһында, яуыздар – тәҡүәләр алдында баш эйер.
«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –
Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.
Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.
Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.