35 Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.
Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы! Һин Үҙеңдең ҡолоңа: «Йорт төҙөрмөн», – тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем.
Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул.
Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.
Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.
Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.
Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.
Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы.
Шаул Шемуил эргәһенән китергә тип боролғайны, Алла уның йөрәген үҙгәртте һәм шул көндө бөтә илаһи билдәләр бойомға ашты.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.
Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».
Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ.
Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.
Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.
Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы.
– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –
Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ.