31 Бына, шундай көндәр килә: һинең дә, атаң нәҫеленең дә көсөн ҡоротасаҡмын, тоҡомоңдан һис кем өлкән йәшкә еткәнсе йәшәмәҫ.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.
Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».
Исраил Минән ситләшкән замандарҙа Минән йыраҡлашҡан, Мине ташлап, боттарына эйәргән левиҙәр гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ.
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.
Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.
Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды.