3 Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Ярҙам ит, һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен, Шунда Ул намыҫлылығымды белер.
Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
Аушайтты ла күк ҡабағын, Раббы килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине.
Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!
Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында, Тау түбәләре Уның ихтыярында.
Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.
«Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә.
Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар.
Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең.
Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».
Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың».
«Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. – Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ – тип һорайһығыҙ.
Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.
– Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын.
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.
Шул саҡ Зевул: – «Беҙ уға хеҙмәт итергә, кем ул Авимәләх?» тип әйткән телең ҡайҙа? Һин һанға һуҡмаған кешеләр инде был. Хәҙер сыҡ та уға ҡаршы һуғыш, – тине.
Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине.